Бәләбәй ҡалаһында эшләп килгән «Беҙҙең икмәк» ойошмаһы икмәге быйыл «Рәсәйҙең иң яҡшы икмәге» конкурсында беренсе дәрәжәле дипломға лайыҡ булған. Замана менән бергә атлаған ойошма йөҙҙән ашыу продукция ассортименты етештерә, франшиза һатыу кимәленә лә күтәрелгән. Ҡаланың «Туҡландырыу комбинаты» тәүлегенә 5 мең тирәһе баланы ашата. Металл конструкциялар етештереүсе сәнәғәт предприятиеһында ҡоролған модулле биналар менән бөтә ил буйынса газ һәм нефть ятҡылыҡтарында эшләүселәр файҙалана. Был өс предприятие йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары. Уларҙың эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.
«Элеватор» икмәге өсөн тәүҙә ҡомалаҡтан сөпрә әҙерләнә. Тәжрибәле технолог Гөлнур Фәнүр ҡыҙы бөтә процесты үҙе контролдә тота.
Тап ошо икмәк менән ойошма бөтә Рәсәй конкурсында беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булған. Ҡомалаҡты предприятие хеҙмәткәрҙәре туғай-ҡырҙарҙан үҙҙәре 400 тоҡ тирәһе йыйып алып ҡайта.
Предприятиела тәүлегенә 3 мең икмәк, 500 килограмға яҡын кондитер изделиелары етештерелә. Ике тиҫтә йылдан ашыу эшләп килгән ғаилә бизнесы Йылдам үҫеш биләмәһе программаһы резиденты. Һалым түләүҙәге ташламалар ҙур ярҙам, ти Башаровтар.
Килем производствоны киңәйтеүгә тотонола. Бәләбәй һәм күрше райондарҙа 11 магазин асҡандар. Йөҙҙән ашыу продукция ассортименты булған ойошма яңы цех төҙөй.
Һалым түләүҙән экономияланған аҡсаларға хеҙмәткәрҙәр өсөн ял бүлмәһе булдырылған. Гел аяҡ өҫтө тороп эшләүселәр төш ваҡытында ял итеп ала.
Бәләбәй ҡалаһындағы туҡландырыу комбинатында эш ғәҙәттә сентябрь айында ҡыҙыу темпҡа күсә. Тауыҡ итенән кәтлит әле балалар баҡсалары өсөн әҙерләнә. Туҡландырыу комбинаты мәғариф учреждениеларында аутсорсинг эшләй башлағас сауҙа базаһы нигеҙендә асылған. Йылдам үҫеш биләмәһе резиденты булараҡ ике йөҙ кешегә эш урыны булдырған, яңы цех һалынған. Комбинат 21 мәктәпте, 14 балалар баҡсаһын ярымфабрикаттар, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.
Газ һәм нефть сәнәғәте өсөн тимерҙән модулле конструкциялар йыйыусы ойошма ун йылдан ашыу эшләп килә. Ҙур компаниялар менән эшләүсе предприятие Бәләбәйҙә Йылдам үҫеш биләмәһе булдырылғас та, 2017 йылда ҡалала тәүгеләрҙән булып проектҡа ингән.
Республикала йылдам үҫеш биләмәләре ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятиеларға бәйлелекте кәметеү, инвестициялар йәлеп итеү, уларҙың сиктәрендә яңы эш урындары булдырыу маҡсатында 2015 йылда булдырылды. Биләмә резиденттары тәүге йылда яңы ун хеҙмәт урыны булдырырға, сит ил граждандарын эшкә алыуҙы 25 проценттан арттырмаҫҡа тейеш. Программаға ҡатнашыусылар 2 миллион ярым һумдан да кәм булмаған инвестиция менән инә. Эшҡыуарҙар «Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды» льготалы займы менән файҙалана ала.
Резидент предприятиелары өсөн табышҡа һалым буйынса льготалар ҡаралған. Федераль өлөш тулыһынса бөтөрөлгән, республика өлөшө тәүге биш йылда - 5%, артабанғы биш йылда 10%.
Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе 2016 йылдың декабрендә - Бәләбәй һәм Күмертау моноҡалаларында, 2019 йылдың февралендә - Благовещен, Белорет һәм Нефтекамала эшләй башланы.
Рәмилә Исмәғилева