Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының 35 йыллыҡ юбилейы көнөндә Өфөләргә һәм башҡала ҡунаҡтарына үҙенсәлекле байрам ойошторҙо. Сәхнә йондоҙҙары, тамашасылар, китап һөйәүселәр ҡатнашлығында уҙған сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
Юбилей көнөн Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артистары киң билдәләне. Республика милли йәштәр театры тап 7-се августа, бынан 35 йыл элек асылған. Театр сәхнәһендә тиҫтә йылдар дауамында үҙ тамашасыһына тоғро ҡалған артистар эшләй. Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлшат Ғайсина бына инде 27 йыл театр сәхнәһендә илһамланып ижад итә.
Милли китапхананың матбуғат баҫмалары бүлеге фәһемле һәм ҡыҙыҡлы күргәҙмә ойошторған. Китап һәм баҫмалар ижади һөнәр һайлаған артистар тормошонда мөһим роль уйнай. Театр мөхите китаптарҙан, газета-журналдарҙан айырылғыһыҙ.
Сараға килеүселәр Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актерҙары сығышына тамаша ҡылды, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып халҡыбыҙҙың кәсептәре, ҡул эштәре менән дә танышты, күңел кинәнесе алды.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана алдында асыҡ һауала ойошторолған байрамда олоһо-кесеһе Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы йылъяҙма менән дә таныша алды. Байрам сараһы үҙ маҡсатына иреште. «Китап һөйөүселәр аллеяһында» өфөлөләр һәм башҡала ҡунаҡтары яратҡан артистары менән бергәләп театрҙың юбилей сараларына ышаныслы старт бирҙе.
Гүзәл Борханова