Күп функциялы үҙәк тағы ла уңайлыраҡ була

Өфөләге «Мир» сауҙа комплексында Күп функциялы үҙәктең яңыртылған залы асылды. Хәҙер унда айырым инеү урыны бар. Граждандарға дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүсе офис иркен булыуы менән айырыла, барлығы 21 тәҙрә эшләй. Сиратта ваҡытты файҙалы итеп үткәрергә теләүселәргә - уҡыу, ә бәләкәйҙәргә балалар мөйөшө ойошторолған, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн пандустар булдырылған. Әлеге ваҡытта Күп функциялы үҙәктең һәр офисында 380-гә яҡын хеҙмәт күрһәтелә.

Башҡортостан буйынса Күп функциялы үҙәктәрҙе яңыртыу дауам итә. Баш ҡаланан тыш, әле Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы офис яңы бинала эшләй башланы. Сентябрҙә Федоровка районында ла офис асыу күҙаллана. Республика халҡының 99 проценты дәүләт һәм муниципаль ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә, тип әйтергә була.

Алмаз Фәтхетдинов, Башҡортостан Күп функциялы үҙәгенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү бүлеге етәксеһе урынбаҫары