2030 йылға тиклем шундай маҡсат ҡуйылған. Был тема хөкүмәт ултырышында ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып пилотһыҙ осоу аппараттары кластеры булдырҙы. 2023 йылда 1 мең 39 осҡос етештерелһә, быйыл ярты йылда 1 мең ярымдан ашыу дрон эшләп сығарылған. Шулай уҡ федераль проектҡа ярашлы, йыл һайын бындай аппараттар менән идара итеүсе 2 мең белгес әҙерләү мөмкинлеге бар.