Август аҙағында Республика милли музейында үҙенсәлекле күргәҙмә асыла. Бында Рәсәй анимация һәм киностудия тарихы менән танышырға мөмкин була. Шулай уҡ билдәле йәнһүрәттәрҙән өҙөктәр күрһәтелә. - "Союзмультфильм" - милли һәм донъя мәҙәниәте өсөн уникаль күренеш. Винни Пух, Чебурашка, Бремен музыканттары, "Ну погоди" йәнһүрәтенән Бүре менән Ҡуян айырым дәүер сағылышы, ти киностудия директоры Борис Машковцев.