Республикала "Ҡурай яры" тигән глэмпинг төҙөлә

Эште Өфө компанияһы башҡара. Уға ҡуртымға  ер бирелде. 8 мең ярым квадрат метрлыҡ  биләмә Бәрҙәш ауылы янында, Өфө йылғаһы ярында урынлашҡан. Эргәлә туристик базалар бар. Проект быйыл май айында республика инвестиция комитетында хупланды. Компания төҙөлөш өсөн 16 миллион ярым һум тотонорға ниәтләй.