"Алға" махсус иҡтисади биләмәһе киңәйтелә

Башҡортостан Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығына ошо турала документтар әҙерләп тапшырған. Уға ярашлы, биләмәне 106 гектарға ҙурайтыу планлаштырыла. Өфө районында ер участкалары ҡушылырға тейеш. Документтар хупланһа "Алға"ның дөйөм майҙаны 869 гектар була. - Махсус иҡтисади биләмәне киңәйтеү яңы инвесторҙар йәлеп итеү, эш урындары булдырыу мөмкинлеге бирә, тип белдерҙе Башҡортостан үҫеш корпорацияһы етәксеһе Наил Ғәббәсов.