"Башҡорт йорто" тигән программаның концепцияһы әҙерләнде

Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2030 йылға аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөнөң өлөшө 75 процентҡа етергә тейеш. Быны торлаҡ төҙөлөшөндә яңы этап тип баһалайҙар. Аҙ ҡатлы төҙөлөш үҫешенә әҙер ер участкалары етешмәүе, шәхси йорттарҙы инженер селтәрҙәргә тоташтырыу өсөн сығымдарҙың ҙур булыуы ҡамасаулай, тип белдерәләр ведомствонан. Алдағы йылдарға иҫәпләнгән программа ошо проблемаларҙы хәл итергә тейеш.