Башҡортостанда "Коммуналь инфраструктураны яңыртыу" программаһы ғәмәлгә ашырыла

Ул уҙған йылда тәүге тапҡыр республика кимәлендә әҙерләнде. Программа 2027 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уҙған йылда 19 һыу  менән тәьмин итеү объектында ремонт башланды. Быйыл 100 километрлыҡ  торбаларҙы яңыртыу маҡсаты ҡуйылған, тип белдерҙе Торлаҡ-коммуналь  хужалыҡ  министры  Ирина  Голованова.