Милли аш-һыу байрамы 10 августа Бүздәк районында була. Фестиваль 2017 йылдан үткәрелеп килә. Проекттың төп маҡсаты - Башҡортостан халыҡтарының милли аш-һыуын һаҡлап ҡалыу һәм таратыу. Байрамда оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған, башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, мордва, удмурт һәм башҡа халыҡтарҙың аштары күрһәтелә. Килеүселәрҙе ҙур бәлеш менән һыйлаясаҡтар. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән.