Мәктәптә тәмәке тартыу контролгә алына

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары мәктәптәрҙә тәмәке тартыуҙы тыйыу буйынса закон проектын  Дәүләт думаһына тәҡдим итте. Республика парламенты  рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, мәктәп мөхитендә тәмәке тартыу мәсьәләһе киҫкен ҡала - илдә  үҫмерҙәрҙең 35 проценты тәмәке тарта.   Тәмәке тартыусыларҙың 56 проценты  мәктәптә тәүге тәжрибә ала, ти психологтар. Парламент депутаттары Рәсәйҙең адмиинстратив хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына мәктәп, балалар баҡсалары биләмәләре һәм биналарын тәмәке тартыу тыйылған урын тип үҙгәреш индерергә, 2 меңдән 3 мең һумға тиклем административ штраф һалырға тәҡдим итә. Әле тәмәке тартыу балалар майҙансыҡтарында ғына тыйылған.