Өфөлә колоннада төҙөлөшө тамамлана

Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы ярында Башҡортостан менән Абхазия араһындағы дуҫлыҡты сағылдырған колоннада төҙөлөшө тамамлана. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Яңы архитектура объекты Сухумда диңгеҙ ярын 80 йылдан ашыу биҙәгән колоннаданың теүәл күсермәһе. Ул августа, баш ҡала юбилейына асыла. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, быйыл ике төбәк араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы Килешеүгә 20 йыл тула. «Әммә үҙ-ара ныҡлы мөнәсәбәттәр тарихы тарих төпкөлөнән килә. Уҙған быуаттың 20-се йылдарында Волга буйы халҡы аслыҡ кисергәндә тап абхаздар беҙҙең республикаға аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙҙең һалдаттар абхаз шифаханаларында һаулығын нығыта. 90-сы йылдарҙа грузин-абхаз конфликты башланғас инде, беҙ ярҙамға килдек. Башҡортостан табиптары ирекле Абхазия һаҡсыларын дауалай, республика вуздарында абхаз студенттары, шул иҫәптән буласаҡ медиктар ҙа белем алды.

Бөгөн Башҡортостан менән Абхазия сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ, ауыл хужалығы, туризм һәм медицина өлкәләрендә уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Һәм тағы ла бер мөһим әйбер - һуңғы йылдарҙа беҙ йылға флотын тергеҙеүгә тотондоҡ. Йыл һайын Өфөгә башҡа төбәктәрҙән ҡунаҡтар менән куп палубалы суднолар килә. Шуға ла яңыртылған йылға ҡапҡалары -Өфөнөң туристик картаһының йөҙөк ҡашы, сағыу объект буласаҡ» тигән Башҡортостан башлығы.