Махсус хәрби операция ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам. Иглин районында «Барыһы ла Еңеү өсөн» штабы ирекмәндәре алғы һыҙыҡта нацистарға ҡаршы алышҡан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һалдаттарының махсус заказын үтәне. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Маскировка селтәрҙәре һәм снайпер утынан һаҡлаусы баш кейемдәре һалдат ғүмерен һаҡлау өсөн мөһим әйберҙәр. Уларҙы тапшырыу Иглин ауылының ирекмәндәр штабында үтте. Штабҡа «Призрак» ҡушаматлы яугир ҙа саҡырылғайны. Ирекмәндәр хәрәкәтенә яңы ғына ҡушылыусылар маскировка селтәрҙәре бәйләү серҙәрен өйрәнде, һалдаттарға йылы йөкмәткеле хаттар яҙҙы. Иглин ирекмәндәре Еңеүҙе тиҙләтеү маҡсатында хәрбиҙәргә бар көсөн туплап ярҙам ҡулы һуҙа.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән осрашыу дуҫтарса йылы шартарҙа үтте. Әңгәмә барышында яугир балаларға үҙенең алғы һыҙыҡтағы хеҙмәте тураһында һөйләне. Осрашыу үҫмерҙәр күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырған.
«Призрак» ҡушаматлы һалдат штаб эшендә ҡатнашҡан, маскировка селтәрҙәре һәм шлем үрешкән балаларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Яугир йәштәрҙең киләсәк Еңеүгә индергән өлөшө юғары булыуын билдәләне.
Осрашыу һуңында ҡыҙҙар һалдаттарға йылы йөкмәткеле хаттар, татлы күстәнәстәр һәм үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәр тапшырҙы. Буласаҡ Ватан һаҡсылары Рәсәй армияһының ғәмәлдәге яугиры менән осрашыуҙа иҫтәлеккә фотоға ла төштө.
Гүзәл Борханова