Тимер юлында рейд. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре бөгөн сираттағы рейд менән Өфө районына сыҡты. Был юлы ул М5 федераль трассаһының 26 саҡрымында тимер юлсылары менән берлектә үтте. Профилактик сараның тап ошо урында ойошторолоуы осраҡлы түгел. Сөнки, әлеге тимер юл үткәүеле сәғәтенә генә йөҙҙәрсә машинаны хеҙмәтләндерә. Инспекторҙар шулай уҡ бер һыҙатлы тимер юл аша сығыу урынының тейешенсә йыһазландырылмауын да иҫәпкә алды.
Әйткәндәй, профилактик саралар тотош ил буйынса үтә. Ул бер аҙна элек Волгоград өлкәһендә пассажир поезының самосвал менән бәрелеүе һөҙөмтәһендә рельстарҙан ысҡыныуына бәйле ойошторола. Әйткәндәй, республикала йыл башынан тыйылған билдәгә сығыуҙың бер осрағы фажиғәле тамамланған.