Башҡортостанда Бәләбәй — Туймазы юлында ремонт тамамлана

Эштәр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты барышында төҙөкләндерелә. Әле юл ситтәре тәртипкә килтерелә, шунан һуң юл һыҙатына билдәләр һыҙыла, тип белдерәләр Юл хужалығы һәм транспорт министрлығынан. 7 километрлыҡ участканы төҙөкләндереү 203 миллион һумға баһалана.