Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 218 километр юл һәм 8 күпер ремонтлана

Был эш “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса алып барыла. Юлдарҙы капиталь төҙөкләндереү өсөн 7 миллиард һум бүленә. Туристик объекттарға илткән юлдарға айырыуса ҙур иғтибар бирелә.