Хөкүмәт йортонда Башҡортостанда 2030 йылға тиклем янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте үҫеше стратегияһы ҡаралды

Ике йыл дауамында Павловка һыуһаҡлағысында эҙләү- ҡотҡарыу отряды эшләй. Төркөм 700 ғәҙәттән тыш хәл осрағында 250 кешене ҡотҡарған. Быйыл Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков видеобәйләнеш аша Ғафури районы Красноусол ҡасабаһында янғын һүндереү часын  асыуҙа ҡатнашты. 

Ишембай районы Һайран ауылында янғын-ҡотҡарыу часын төҙөү тамамлана. Һуңғы биш йылда ҡотҡарыусылар 12000 кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған. Янғындарҙа һәләк булыусылар һаны 13 процентҡа, оператив хәлдәрҙә 2,5 процентҡа кәмегән. Яңы уҡыу йылы һәм һайлау алдынан белем биреү учреждениеларында ,социаль объекттарҙа янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек талаптарына иғтибар көсәйтелә.