Өфөлә Юрий Анохиндың исеме мәңгеләштерелде

Табип халыҡ хәтерендә. Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Юрий Анохиндың исеме мәңгеләштерелде. Юрий Александрович йәшәгән Харьков урамындағы 101-се  йортта мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала Өфөнөң почетлы гражданинының туғандары, дуҫтары һәм коллегалары ҡатнашты. Юрий Анохин 2021 йылдың 4 авгусында 75 йәшендә вафат була. Яҡындары, коллегалары әйтеүенсә, ул үҙ эшенең оҫтаһы, талантлы табип һәм изге күңелле кеше булған. Ғүмер буйы психиатрия өлкәһендә, психик тайпылыштарҙан яфаланған кешеләрҙе дауалаған, ғилми эшмәкәрлек менән дә әүҙем шөғөлләнгән. Һәр ваҡыт коллегаларына ла, ауырыуҙарға ла  ярҙамға килергә әҙер булған.