Республикала 270 мең тоннаға яҡын иген һуғып алынған

Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса бөгөн төбәктәрҙә иген, ҡуҙаҡлы иген һәм майлы культуралар йыйыла. Аграрийҙар һауа торошоноң һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша. Статистикаға ярашлы, республиканың 37 район хужалыҡтары ужым культураларын һуғыуға төшкән. Әлегә майҙандарҙың 80 мең гектары эшкәртелгән. Иген культураларының тулайым йыйымы 263 мең тонна, уртаса гектар ҡеүәте 32,2 центнер. Бөгөнгә иң юғары күрһәткес Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарына тура килә.