Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат Владимир Нагорныйға ярҙам итеү буйынса йәмәғәт штабы үҙ эшен башланы. «Ғәҙел Рәсәй - Патриоттар - хәҡиҡәт өсөн» партияһының төбәк бүлексәһе советы рәйесе һәм ағзалары әҙерлектең мөһим аспекттарын тикшерҙе, граждандарҙың һайлауҙа ҡатнашыу кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән үҙ идеяларын һәм башланғыстарын тәҡдим итте. Шулай уҡ һайлаусыларҙы кандидаттың программаһы менән таныштырыу - төп маҡсат. Владимир Нагорный билдәләүенсә, документ халыҡтың йәшәү кимәлен арттырыуға бағышланған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығын һайлау 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үтә. Шулай уҡ Өфө районында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау ойошторола. Шулай уҡ төбәктә район, ҡала һәм ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайлана.
Башҡортостан Башлығы вазифаһына биш кеше үҙ кандидатураһын тәҡдим итте. «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Радий Хәбиров сығыш яһай. Владимир Нагорный «Ғәҙел Рәсәй - Патриоттар - хәҡиҡәт өсөн» фирҡәһенең төбәк бүлексәһенән тәҡдим ителде. ЛДПР партияһы конференцияһында һайлауҙа ҡатнашыу өсөн Дәүләт думаһы депутаты Иван Сухарев билдәләнгән «Яңы кешеләр»ҙән Башҡортостан башлығы вазифаһы өсөн эшҡыуар һәм юрист Илшат Тимерйәнов көрәшергә ниәтләй. Һайлауҙа КПРФ исеменән Өфө ҡала советы депутаты Артур Шәйнуров сығыш яһаясаҡ.