Ветеранға - хөрмәт билдәһе. Өфөнән Сөләймән Исмәғилевҡа 95 йәше тулыу уңайынан Рәсәй президенты Владимир Путин менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтан ҡотлау открыткалары тапшырылды.
Шулай уҡ юбиляр баш ҡаланың Ленин районы хакимиәте етәкселегенән иҫтәлекле бүләк алды. Сөләймән Сәхәүетдин улы Бүздәк районы Яңы Килем ауылында тыуған, 1941 йылда атаһы фронтҡа киткәндән һуң, 12 йәшендә урындағы колхозда эш башлаған. Мәктәпте тамамлағас, Өфөләге техникумда геолог һөнәрен үҙләштергән. Артабан ярты быуаттан ашыу нефть һәм газ тармағында эшләгән. Башҡортостандың төньяҡ райондарында нефть сыҡҡан тиҫтәнән ашыу урын тапҡан. Фиҙаҡәр хеҙмәте юғары наградалар менән билдәләнгән.