Ирекле дружина ҡотҡарыусыларына бирелгән транспорт ут менән көрәш өсөн кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Янғын һүндереү машинаһы техник күрһәткестәре буйынса ҡатмарлы юл участкалырын үтеү, юғары тиҙлектә хәрәкәт итеү өсөн иҫәпләнгән. Матвеев биләмәһе ҡарамағында тағы ла биш ауыл иҫәпләнә. Янғын һүндереү машинаһы урындағы халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдә ҡотҡарыу сараларында ҙур ярҙам булыр тип көтөлә.