Экипаж Вәлиевтар ғаиләһенә юлдағы тығындар ваҡытында хәүефһеҙ коридор булдыра һәм Өфөнөң Ҡала клиник перинаталь үҙәгенә тиклем оҙата. Инспекцияла белдереүҙәренсә, бындай ғәҙәти булмаған ваҡиға кварталға бер булһа ла осрай. Алина Вәлиева ҡыҙы Камилә менән үҙен яҡшы тоя, бөгөн улар өйөнә ҡайтты. Дауахананан сығарыу мәлен БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова барып күрҙе.
Камиләнең тыуыуына бөгөн 4-се генә көн. Әммә был турала барлыҡ республика белә тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Был видеокадрҙар интернет селтәрҙәрендә тиҙ тарла. Унда күренеүенсә, фольксфаген Дәүләт автоинспекцияһы машинаһы артынан тығындарҙы үтә. Был юҡҡа ғына түгел. Инспекторҙар йөклө ҡатынға бала табыу йортона барып етергә ярҙамлаша.
Был хәл М-5 «Урал» юлының Иглин районынан Өфөгә етеп барған урынында була. Йөклө ҡатынын бала табыу йортона алып барған Айрат Вәлиев тығындарҙы күреп юғалып ҡалмай. Ҡаршыға килгән ГАИ хеҙмәткәрҙәренә сигнал биреп, туҡтауҙарын һорай. Теге яҡта полиция капитаны Айҙар Йыһангиров менән өлкән лейтенант Руслан Нафиҡов була. Улар дежур часынан ашығыс оҙатыу өсөн рөхсәт ала һәм махсус тауыш сигналдарын ҡабыҙып, автомобиль тығындары араһынан хәүефһеҙ коридор булдыра.
Дауахана табиптары иһә хабәрҙар һәм тейешле медицина ярҙамын күрһәтергә әҙер тора. Полиция хеҙмәткәрҙәре оператив эш итмәһә, ҡатынын ваҡытында медицина учреждениеһына алып барып еткерә алмаҫ инем, ти ғаилә башлығы. Сөнки дауаханаға килеп етеп, ни бары 10 минут үткәндән һуң Камилә донъяға килә.
Камилә Вәлиевтарҙың ғаиләһендә дүртенсе ҡыҙ. Бала табыу йортонан һеңлеһе менән әсәһен ҡаршы алырға Рауил, Нелли һәм Арыҫлан да килде. Ғаиләбеҙҙә хәҙер ҡыҙҙар менән малайҙар һаны бер тигеҙ, тип шаярта улар. Ә бәләкәстең донъяға килеүе менән бәйле осраҡ һәр тыуған көндә иҫкә төшөрөләсәк тарихҡа әйләнеүенә шик юҡ.
Әлфинә Килдейәрова