Башҡортостан юлдаш телеканалы хеҙмәткәре Гүзәл Хәмитова «Батырҙар дәүере» телемарафонында РЭБ һатып алыу башланғысына старт биргәйне. Телевизор ҡараусылар, битараф булмаған кешеләр ярҙамында тиҙ арала тейешле сумма - 105 мең һум йыйылған. Һатып алынған система «Башҡортостан» полкы хәрбиҙәренә тапшырылды. РЭБ һалдаттар ғүмерен ҡотҡара һәм дошман дрондарына ҡаршы тора.
Хәрби хеҙмәткә контрактты 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеүгә элек хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белем алған граждандар ҙа ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан халҡы өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү 1 миллион 200 мең һумға тиклем артты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ил Президенты Владимир Путин 1 августан йыл аҙағына тиклем контракт төҙөгән хәрбиҙәргә 400 мең һум күләмендә федераль түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Өҫтәүенә, 10 июлдән Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы арттырылды.
Хәрби контракт төҙөргә теләүселәр экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты «Минең документтарым» Күп функциялы үҙәге офистарында белешергә мөмкин. Һайлап алыу пункты номеры 248-29-31. Өфө коды 347.