Башҡортостанда «Финист» электрпоезы тәүге рейсҡа сыҡты

Заманса тимер юл транпорты Өфө-Белорет-Өфө маршруты буйынса юлланды. Кондиционер, телефон зарядкалау өсөн розетка менән йыһазландырылған вагондар тәүге пассажирҙарҙы ҡыуандырҙы. Рәсәйҙә етештерелгән юғары сифатлы электричка cәғәтенә 160 километр тиҙлектә елдерә ала. Эш көндәрендә поезд Өфө-Дим-Өфө маршруты буйынса йөрөйәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Иртәнге сәғәт етелә «Финист» электричкаһы тәүге рейсҡа сыҡты. Өфөнән Белоретҡа юлланған пассажирҙарҙы тимер юл станцияһы хеҙмәткәрҙәре байрамса сәләмләп шарҙар бүләк итте. Иркен, таҙа, яңы транспортта хәрәкәт итеүселәр тәүге тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Өфөнән Белоретҡа «Финист» поезында юл хаҡы 850 һум, Айғыр станцияһына барып етеү 633 һумға барып баҫа. Рәсәй тимер юлы ҡушымтаһы менән файҙаланған осраҡта 15 процент ташлама ҡаралған. Бынан тыш, студенттар һәм хаҡлы ялдағы граждандар өсөн дә ташламалар бар. Был аҙнала «Финист»тың мөмкинлектәре менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Рәсәйҙә етештерелгән заманса поезд cәғәтенә 160 километр тиҙлектә елдерә ала. Хәүефһеҙлек маҡсатында вагондарҙа видеокүҙәтеү системаһы, мәғлүмәт таблоһы эшләй. Биш вагонлы «Финист» 401 пассажирҙы һыйҙыра ала.

«Финист» поезына исемде халыҡ үҙе һайлаған. Феникс ҡош кеүек үк ул яңырыу, заманлаштырыу символы булып тора. Ял көндәрендә ул Белорет йүнәлешендә, эш көндәрендә Дим - Шаҡша-Дим маршруты буйынса хәрәкәт итәсәк. Республикала быйыл тимер юл транспорты менән файҙаланыусы пассажирҙар 20 процентҡа артҡан, шуға ла яңы маршруттар ойоштороу - көн талабы.

Флорида Ким