Илеш районы халҡы алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итә

Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе эшҡыуар Динар Бәхтизин мобилизация башланыу менән тәүгеләрҙән булып хәрбиҙәргә ярҙам ҡулы һуҙа. Был юлы ул яугирҙарҙың үтенесе буйынса ҡеүәтле генератор һатып алған. Алғы һыҙыҡта хәрбиҙәргә кәрәкле ҡорамал ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә фронтҡа юлланыусы «Золотой» ҡушаматлы яугирға тапшырылды.

Шулай уҡ яугирға йылы йөкмәткеле хаттар һәм дошман пуляһынан һаҡлаусы доға-бетеүҙәр ҙә тапшырылды.Ә һалдат Ҡужбахты ауылы урта мәктәбенә махсус хәрби операцияға арналған музей етәксеһенә иҫтәлеккә бронижилетын бирҙе. Тиҙҙән ул музейға ҡуйыласаҡ.