Бөгөн Бүздәк районында иң тәмле бәлеш бешереүселәр асыҡланды. Йола буйынса «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивале Бүздәктең Спорт һәм ял паркында уҙҙы. Төбәктә 2017 йылдан бирле үткәрелеүсе сара быйыл да Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәрен бер табын артына йыйыҙы. Быйылғы иң тәмле бәлештән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ауыҙ итте.
Бүздәк районының Спорт һәм ял паркында шәмбе иртәһендә бешкән бәлеш еҫе таралды. Фестивалдең төп бәлешен быйыл Күҙәй ауылы советы ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән. Тәмле ризыҡ өсөн 34 килограмм тана ите, 120 килограмм картуф, 15 килограмм ҡамыр, 5 килограмм һуған тотонолған. Диаметры бер метр ҙа утыҙ санитиметрлыҡ, 200 килограммлыҡ бәлеш байрам таңында майҙанда ҡоролған мейестә бешкән. Бәлештән тәүге өлөш махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға эләкте.
Бәлеш конкурсында Бүздәктән 11 һәм Стәрлетамаҡтан ике ойошма ҡатнашты. Мәктәптәр, мәшғүллек үҙәге, банк, ветеринария хеҙмәте һәм башҡа ойошмалар фестивалгә үҙ бәлешен тәҡдим итте.
Байрамға килеүселәргә аш-һыу оҫталары бәлеш бешерергә өйрәтте. Учалы районынан ҡырҡ йыл элек бында килен булып төшкән Нәзифә Сәлмән ҡыҙы әйтеүенсә, һәр хужабикәнең был милли ризыҡты бешереү сере бар.
Район халҡы иң ҙур бәлеш бешереп рекорд ҡуйһа, ҡунаҡтар ҙа ҡалышманы.
Фестивалгә килеүсе һәр кем бәлеш менән һыйланды. Сәхнәлә йырсылар үҙҙәренең хиттарын башҡарҙы, ижади төркөмдәр байрамды халыҡсан йырҙары менән биҙәне.
Рәмилә Исмәғилева