Башҡортостандан Африкаға күркә ите ебәрелде

Тышҡы иҡдисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Конго Демократик республикаһына оҙатылған 57 мең тонна продукция Мәләүез районындағы “СоюзПромПтица” предприятияһында етештерелгән. Туңдырылған тауар тулыһынса ветеринар тикшеренеүе үткән. Күркә итенең был партияһы Санкт-Петербург дингеҙ порты аша ебәрелде.