Эштәр "Экология" милли проектына ярашлы алып барыла. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Шишмә һәм Өфө райондары биләмәһендә йылғанан сүп-сар, ағас ҡалдыҡтары сығарыла. Димдә таҙартыу эштәрен йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.