Ирәмәл йәшмәһе - Учалы. Һуңғы 5 йылда ҡала нисек үҙгәргән?

Бөгөнгө Учалы үҙәгендә ҡасандыр һаҙлыҡ булған тип әтмәҫһең дә. Ярты быуат тирәһе элек бынан үтеүселәр резина итекһеҙ йөрөй алмай, ә тәүге юлдарҙы һаҙлыҡ йота. Бөгөн Учалы - йәшәү өсөн уңайлы, төҙөк, таҙа ҡала. Юҡҡа ғына бер нисә тапҡыр ул илдәге иң яҡшы бәләкәй ҡала тип баһаланмай. Учалы районында Европа һәм Азия сикләшә, ҡитғаларҙы айырған йылғалар башлана. Бында Башҡортостандың алтын билбауы ята. Ҡиммәтле ҡаҙылмаларға бай булыуы - райондың бер мәртәбәһе, шул уҡ ваҡытта бер бәләһе лә. Был кадрҙар райондың Мансур ауылынан. Саңғалыҡ диорит карьерының тирә-яҡ мөхиткә, тереклеккә килтергән зыяны тикшереүҙәрһеҙ, ябай күҙгә лә ташлана. Тиҫтә йылға яҡын ауыл халҡы ошо зарарлы һауаны һулап йәшәй. Бөгөн был проблема урындағылар өсөн ҡурҡыныс төш һымаҡ, артта ҡалды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Учалы районына тәүге эшлекле сәфәре барышында уҡ проблеманы шәхси контролгә ала.

Вәхшиҙәрсә эшмәкәрлек алып барған предприятиелар менән башҡаса мөмкин дә түгел. Саңғалыҡ диорит карьеры тәбиғәтте һаҡлау тәртибен даими рәүештә боҙған була. Башҡортостан башлығы ер аҫты ҡаҙылмаларын сығарған вайымһыҙ ойошмаларға ҡәтғи тотона. Был йүнәлештә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса Ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырыла.

Комиссия ойошторолуға бер ай ҙа үтмәй, Саңғалыҡ диорит карьеры ҡыҫҡа ваҡытҡа ябыла. 2022 йылда Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостанда төбәк һәм федераль профилле ведомстволар ҡатнашлығында һауа бысраныуын күҙәтеү берҙәм системаһы булдырыла башлай. Саңғалыҡ карьерына ошондай автоматлаштырылған станция ҡуйыла. Тап шунан һуң, Мансур ауылы халҡынан саң-туҙан тураһында ялыуҙары туҡтай.

Учалы карьерҙарында «Стройминерал» заводы өсөн дә тау тоҡомдары, атап әйткәндә, базальт сығарыла. «Технониколь» корпорацияһына ингән предприятиела черепицаларға гранулалар етештерелә, һәм был йүнәлештә ул илдә берҙән-бер һанала. Базальт ташын табыу һәм гранулалар етештереү күләмен арттырыу проекты Башҡортостан башлығы «Инвестиция сәғәте»ндә ҡарала һәм республиканың өҫтөнлөклө проекттары исемлегенә индерелә. Инвестиция күләме - 1 миллиард 200 миллион һум. Предприятиела етештереү процессы тулыһынса тиерлек автоматлаштырылған. Хеҙмәткәрҙәргә юғары хеҙмәт хаҡы түләнә.

Районда ҙур предприятиелар өсөн генә түгел, урта һәм бәләкәй эшҡыуарҙар өсөн да уңайлы шарттар бар. Әйтәйек, «Фит сервис» франшизаһы буйынса эшләгән техник хеҙмәтләндереү станцияһына техосмотр өсөн йыһаздар, машинаны күтәреү, диагностика ҡоролмаларын һатып алыу өсөн 15 миллион һумлап матди ярҙам тапшырылған. Бынан тыш, ойошмаға кредит проценттарын ҡаплауға ла субсидия бирелә.

Ә Руслан Әхмәтов дәүләт ярҙамында яратҡан шөғөлөн һөнәренә әйләндергән. Оҫта тиренән төрлө аксессуарҙар етештерә. Социаль контракт ярҙамында эшҡыуар тире йоҡартыу һәм тегеү машинкалары һатып алған.

Адреслы ярҙам күрһәтеү артабан да дауам итә. Быйыл районда йәмғеһе 58 социаль контракт төҙөү ҡаралған. Тимәк, тағы ла бер төркөм йүнселдәр үҙ эшен үҫтереүгә дәүләттән финанс ярҙам аласаҡ. Ә иң мөһиме - Учалыла ябай халыҡ өсөн йәшәү шарттары яҡшыра. Былтыр «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса ҡаланың Киров урамындағы майҙанда ремонт эшләнелә. Бындағы элекке балалар майҙансығы тулыһынса иҫкерә, кескәйҙәр өсөн хәүефле була. Бордюрҙар емерелгән, асфальт таушалған, парковка урындары етмәгән була. Ремонттан һуң, ихатала матур ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә.

«Башҡортостан ихаталары» программаһы Башҡортостан етәксеһе башланғысы менән 5 йыл элек тормошҡа ашырыла башлай. Ошо ваҡытта республикала меңдән ашыу ихата тәртипкә килтерелгән. Быйыл Учалыла программаһы сиктәрендә Әхмәтғалин һәм Башҡортостан урамдары ихатаһында ремонт эшләнә. Октябргә бында спорт һәм балалар майҙансығы, парковка урындары булдырыласаҡ.

Ысынлап та, Учалы төҙөклөгө, таҙалығы менән йәлеп итә. 2020 йылда төҙөкләндерелгән Афғандар скверын ҡаланың ынйыһы тип атарға мөмкин. Ул «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә тәртипкә килтерелгән. Ҡала үҙәгендә урын алған һәйкәлдең постаменты ике һалдатты кәүҙәләндерә. Урындағы халыҡ өсөн был биләмә айырым әһәмиәткә эйә. Сөнки Учалы районынан ҡыҙыу нөктәне төбәктең 295 кешеһе үткән.

Хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булыусыларҙың һәр береһе герой һәм хәтер һаҡлау беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ, тип белдерҙе Радий Хәбиров Учалы районына һуңғы эшлекле сәфәрендә. Яҡынса бер ай элек Башҡортостан башлығы махсус хәрби операцияла Ватан именлеге өсөн һәләк булған яугирҙар ғаиләләре менән осрашты һәм яугирҙарҙың ата-әсәләренә Шайморатов ордендары тапшырҙы.

Яугирҙар киләсәк именлеге өсөн көрәшә. Йәштәр өсөн шарттар булдырыу - мөһим бурыс. Мәҫәлән, быйыл ҡалала йәштәрҙең үҙ йорто асылды. Үҙәктә теләгән һәр кем бушлай йыр, бейеү менән шөғөлләнә, йырҙар яҙҙыра ала. Ә компьютерҙар бүлмәһендә буласаҡ IT-белгестәр шөғөлләнә. Киләсәктә Йәштәр йортонда киберкоманда ла булдырмаҡсылар. Ҙур залда спорт менән шөғөлләнеп, һаулыҡты нығытырға мөмкин. Бигерәк тә зумба дәрестәренә кесеһе лә, өлкәне лә теләп йөрөй.

Учалы - йәштәр районы. Бында профессиональ яҡтан үҫеш өсөн шарттар ҙа бар. «Ауыл тренеры» программаһында ҡатнашып, Таһир Мәхмүтов 600 мең һумлыҡ сертификат алған. Быға тиклем был спорт төрө буйынса шарттар булмай, спортсы ҡалала еңел атлетикаға нигеҙ һалыусы, тиһәң дә була. Бөгөн тренер республика һәм федераль кимәлдә ярыштарға йәш чемпиондар әҙерләй. Ә йәш фельдшер Азалия Юнысова ла шулай уҡ ауыл ерендә эшләргә хәл итә. «Ауыл фельшеры» программаһы буйынса уға ла матди ярҙам күрһәтелә. Медицина йүнәлешендә ул бәләкәй саҡтан уҡ эшләргә хыяллана. Өфө медицина колледжын тамамлап, тыуған ауылы Иманғолға эшкә ҡайта.

«Ауыл табибы» программаһы буйынса быйыл районда июндә генә 4 медицина хеҙмәткәре дөйөм 5 милилон һумға яҡын түләүҙәр ала. Ә заманса ФАП-тар районда тағы ла күбәйер, тип көтөлә. Һуңғы биш йылда ғына бында 14 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Быйыл улар тағы ла икәүгә артасаҡ. Бынан тыш, киләһе йылға Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия корпусы, ниһайәт, файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Әле бинаның фасады йылытыла, коммуникациялар үткәрелә.

Төпкөл ауылдарға юғары сифатлы медицина ярҙамын ойоштороуҙы медицина йүнәлешендәге мөһим бурыстарҙың береһе, тип билдәләгәйне Радий Хәбиров. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса тергеҙелгән «Сәләмәтлек поездары» Учалыға ла туҡтай. Бер көндә һәм бер урында ҡан тапшырырға, маммография, флюрография, экг һәм башҡа тикшереүҙәр үтергә мөмкин. Сир табылған осраҡта, табиптар юллама ла бирә.

5 йыл элек һөт кухняһы ла эшләй башлай. Һөт, ҡатыҡ, эремсек, йогурт - бында таратылған һөт продукцияһы тәбиғи һәм файҙалы. Ризыҡҡа бер ниндәй химия һәм ҡатнашмалар ҡушылмай. Льгота менән файҙаланыусы граждандарға продукция аҙнаһына ике тапҡыр таратыла.

Ауыл хужалығы йүнәлеше лә районда йылдам үҫешә. Һуңғы 5 йылда Учалы элеваторын яңыртыуға күп көс һәм сығымдар бүленә. 147 миллион һум инвестиция иҫәбенә техника, сифатлы ашлама, гербицидтар, ашлыҡ сорттары һатып алына. Тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү буйынса саралар ойошторола. Ауыл хужалығынан тыш, районды газификациялау әүҙем бара. Әйтәйек, 300 йыл тарихы иҫәпләнгән Оҙонкүл ауылы, ниһайәт, зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды. Ә район үҙәгендә быйыл яңы ҡаҙанлыҡ файҙаланыуға тапшырылды. Яңы йылытыу миҙгелендә ул ярты ҡаланы тиерлек хеҙмәтләндерәсәк.

Һуңғы 5 йылда районда ике һыу башняһы ремонтлана. Ә төпкөл ауылдарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу урындағы халыҡ тормошон еңеләйтә. Әйтәйек, Ҡалҡан ауылында быйылға тиклем йортто утын яғып йылыталар. Бынан һуң, көнкүреш шарттары ярайһы уҡ яҡшырасаҡ. Ғөмүмән, районда бөтә йүнәлештәрҙә лә ыңғай үҙгәрештәр һиҙелә. Иң мөһиме - Башҡортостан башлығы урындағы халыҡ мәсьәләләренә иғтибарлы.

Баш ҡаланан алыҫ урынлашһа ла, Учалы үҙенсә уңайлы, ғаилә менән тыныс йәшәү өсөн ҡулай ҡала. Ул үҙен заманса, заман менән бергә үҫешеүсе ҡала булараҡ таныта.

Рәзилә Ғилметдинова