“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы ғәмәлгә ашырыла

Йыл башынан алып “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы буйынса ойошторолған сараларҙа 13 меңдән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан белдереүҙәренсә, оло йәштәгеләр өсөн Беларусь республикаһы, Ҡаҙахстан, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Башҡортостандың төрлө туристик урындарына сәйәхәт ойошторолған. Программаға ярашлы йыл аҙағына тиклем тағын 7 мең кеше өсөн төрлө саралар уҙғарыу ҡаралған.