Сибайҙа йорт алдары матурлана

Ҡалала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса бер нисә ихта төҙөкләндерелә. Хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, Ленин һәм Чайковский урамдарында комплекслы ремонт башҡарыла. Был маҡсаттан 23 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Төҙөлөш-монтаж эштәре оҫтаһы Илдар Байтимеров белдереүенсә, ихаталарҙы тәртипкә килтереү июндә башланған. Ихатала асфальт ҡатламы, балалар майҙансығы яңыртыла, парковка киңәйтелә. Видеокүҙәтеү ҡоролмалары һәм яҡтыртҡыстар ҡуйыу ҡарала. Өҙлөкһөҙ яуған ямғыр эштәрҙе тотҡарлай. Эшселәр сентябрҙә биләмәне йәшелләндерергә ниәтләй. Республикала 2019 йылдан башлап 1 мең 300-ҙән ашыу йорт алды тәртипкә килтерелгән. Быйыл Башҡортостанда 143 ихата яңыртыла.