Учалыла «Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә Әхмәтғәлин һәм Башҡортостан урамдары ихатаһында ремонт эштәре бара. Октябргә бында спорт һәм балалар майҙансығы, өҫтәмә парковка урындары булдырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан ихаталары» программаһы Радий Хәбиров башланғысы менән 5 йыл элек тормошҡа ашырыла башлай. Ошо ваҡыт эсендә республикала меңдән ашыу ихата тәртипкә килтерелгән.
Былтыр «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса ҡаланың Киров урамындағы майҙан төҙөкләндерелгән. Бында элекке балалар майҙансығы иҫкергән, кескәйҙәр өсөн хәүефле була. Бордюрҙар емерелгән, асфальт таушалған, парковка урындары етмәгән. Хәҙер ремонттан һуң, ихатала матур ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә.