Өфө районында мәктәп уҡыусылары ата-әсәләр менән бергә баш ҡала юбилейына уйын уйлап сығарған

Уның аша күңел асыу форматында иҫтәлекле урындар менән танышырға мөмкин. Ҡағиҙә ябай: уйын ташын ырғытып, фигураны финишҡа тиклем алып барыу талап ителә. Һәр туҡталыш нөктәһендә иҫтәлекле объекттар төшөрөлгән карточкалар сыға, уларҙың исемдәрен атарға кәрәк. Карточканың кире яғында ошо урын тураһында тулы мәғлүмәт бирелә. Идея авторы - «Белем» мәғариф үҙәгенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Айһылыу Сәйфуллина. Төрлө ҡатмарлыҡтағы уйын башҡорт һәм рус телдәрендә сығарылған. Әлегә ул тик бер нисә данала ғына эшләнгән, шулай ҙа киләсәктә уйынды киңерәк таратыу күҙаллана. Уйын туристар өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр тип көтөлә.