Баш ҡалала үҙенсәлекле ярыш үтте

Хужаһы эте менән бергә йөҙҙө. Үҙенсәлекле ярыш Өфөлә үтте. Һыу өҫтөндәге дистанцияны саптарҙа, кәмәлә һәм катамарандарҙа үтергә мөмкин ине. Иң мөһиме еңеү түгел, ә ҡатнашыу, ти сараны ойоштороусы Йортһоҙ хайуандарға ярҙам фонды хеҙмәткәрҙәре. Майҙансыҡта фондҡа ярҙам итеү маҡсатында иғәнәләр ҙә йыйылды. Бәйгелә ҡатнашыусы төп геройҙарҙың береһе - Ральф ҡушаматлы эт. Имгәнгән хайуанды ирекмәндәр тапҡан, уның тере ҡалыуын мөғжизәгә тиңләйҙәр. Хәҙер хайуан тик коляскала ғына хәрәкәт итә ала. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре Ральфҡа хужа эҙләй.

Үҙәктә эпилепсия менән ауырыусы эттәр ҙә бар. Уларҙы дауалау өсөн аҡса талап ителә. Шуға күрә ярҙам итергә тәләүселәрҙе эҙләйбеҙ. Ғөмүмән, был ярыштың маҡсаты - кешеләргә эттәр тураһында һөйләү, ҡыҙыҡһыныу уятыу. Бәлки, берәйһе үҙенә ҡойроҡло дуҫ та табыр.

Юлианна Ғафарова, «Ҡойроҡло йорт» үҙәге етәксеһе