Башҡортостан «Профессионалитет» проектына инде

Уның сиктәрендә федераль субсидиялар һәм республика бюджетынан 2025 йылға тиклем 19 үҙәк булдырыласаҡ. Проект эш биреүселәр ихтыяждарына ярашлы белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләүгә булышлыҡ итә. Был осраҡта компания һәм предприятиелар белем биреү программаһын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Һөнәри белем биреү нисек үҫешә? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Был кабинетта студенттар Брайль шрифтын, ым-ишара телен үҙләштерә. Терәк-хәрәкәт итеү аппараты зарарланған балаларҙы ла яҙырға өйрәтеү өсөн методикалар бар. Бында белем алған буласаҡ уҡытыусылар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытасаҡ. Оҫтахана Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжында «Профессионалитет» проекты сиктәрендә йыһазландырылған.

Беҙҙең студенттар заманса комьютерҙарҙа, төрлө ҡоролмаларҙа эшләй. Күп кенә эш биреүселәр көнләшеп тә ҡуя. Студенттарыбыҙҙы көтөп кенә торалар, башлыса, барыһы ла үҙ һөнәре буйынса эшләй.

Антонина Усевич, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы директоры

Колледж «Профессионалитет» проектына 2023 йылда ҡушыла. Әлеге ваҡытта студенттар 24 йүнәлеш буйынса белем ала. Республикала һөнәри белем биреү системаһын үҫтереүгә комплекслы ҡараш ҡулланыла: матди-техник йыһазландырыу яҡшыра, уҡытыусылар һәм студенттар өсөн мотивация системаһы формалаша, уҡытыуҙың иң яҡшы тәжрибәләре индерелә, сифатлы практика үтеү тәьмин ителә.

Илеш районындағы Башҡорт аграр-техник колледжы ла яңырыу кисергән. Уҡыу йорто былтыр матди-техник базаны нығытыу маҡсатында грант яулай. Республика бюджетынан бүленгән аҡсаға иретеп-йәбештереүсе һәм ветеринар йүнәлешендә уҡыусылар өсөн ике оҫтахана булдырыла. Хәҙер демонстрацион имтихандар белем усағында үткәрелә.

Бынан тыш, республика етәксеһе Радий Фәрит улы ҡушыуы буйынса, беҙҙең колледжға финанс ярҙам күрһәтеү маҡсатында 30 миллион һум аҡса бүленде. Был суммаға былтыр йәй ремонт эшләнек. Уҡыу корпусы яңы төҫ алды. Ишек-тәҙрәләр алмаштырылды, коридор һәм кабинеттар ремонтланды. Беҙҙең колледж хәҙер барлыҡ стандарттарға тап килә.

Рәил Ғүмәров, Башҡорт аграр-техник колледжы директоры

Башҡортостанда сәнәғәт һәм социаль өлкә өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләүҙе үҫтереү сәйәсәте эҙмә-эҙлекле алып барыла. Был йүнәлештә булған һорауҙарҙың мөһимлеген иҫәпкә алып Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә Урта һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырыштары үтеп тора. Унда көнүҙәк һорауҙар тикшерелә, уларҙы хәл итеү юлдары ҡарала.

Йәштәрҙең кумирҙары бары тик аҡса сарыф итә белгәндәр түгел, ә яҡшылыҡ эшләгәндәр булырға тейеш, ти Радий Фәрит улы. Башҡортостанда киләсәк белгестәрен әҙерләүгә, уларға уҡыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуға иғтибар йүнәлтелә.

Әлфинә Килдейәрова