«Ҡалҡан» ирекмәндәр хәрәкәтенә маскировка селтәрҙәре үреүсе ирекмәндәр талап ителә

«Ҡалҡан» ирекмәндәр хәрәкәтенең Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге цехына маскировка селтәрҙәре үреүсе ирекмәндәр талап ителә. Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә теләүселәрҙе «Умарта» йәмәғәт биләмәһендә урынлашҡан цехта көтәләр.

Зүнирә Вәғиз ҡыҙы маскировка селтәре үрергә былтырҙан бирле йөрөй. Һаулығы ҡаҡшап торһа ла, еңеүҙе яҡынайтыу теләге көслө. Бында килһәң күңелгә рәхәт булып ҡала, ти ирекмән.

Черниковка биҫтәһендә йыл ярым элек асылған цехты Гөлнара Илгиз ҡыҙы етәкләй. Ирекмәндәр махсус хәрби операция биләмәһенә 318 селтәр ебәргән. Йәй миҙгелендә ирекмәндәргә ҡытлыҡ күҙәтелә.

Йәй ирекмәндәр һирәгәйҙе. Баҡса, ял мәле, аңлап торабыҙ, әммә беҙҙең был эшебеҙ ватандаштарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлау өсөн мөһим. Кемдең бер сәғәт тирәһе буш ваҡыты табыла ярҙам итергә килһен ине.

Гөлнара Юферова, «Щит» ирекмәндәр хәрәкәте цехы етәксеһе

Цех асылғандан бирле был эште ҡалдырмаусыларҙың береһе Әлмира Кейекбаева. Уның кейәүе махсус хәрби операцияла.

Бында килһәм минең артымда атайым торған һымаҡ. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Украинаны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Кейәү яраланып госпиталдә ята, ул подразделение командиры. Беҙ гуманитар ылау менән ярҙамды уларға атап ебәрәбеҙ. Әйберҙәр йыйҙыҡ, селтәрҙәрҙе үреп өлгөртөргә кеше етмәй.

Әлмира Кейекбаева, ирекмән

Башлыса бында хаҡлы ялдағылар йөрөй, эштән һуң килеүсе йәштәр ҙә бар. Маскировка селтәре өсөн таҫма киҫеү станогын Черниковкала йәшәүсе Кулибиндар эшләп биргән. Сюжетты төшөргән ваҡытта беҙҙең водитель Мөнир Уйылданов та ирекмәндәргә ярҙам итеп өлгөрҙө.

Маскировка селтәре хәрбиҙәргә аҙыҡ-түлек һәм шәхси гигиена әйберҙәре менән бергә гуманитар ылау аша ебәрелә.

Бәйләнеш өсөн телефон; 8 - 999-131-76-21 Гөлнара Юферова

Рәмилә Исмәғилева