Ул 22 сентябрҙә була. 1 сентябрҙә үтергә тейешле спорт байрамының ваҡыты күсеү 31 августа Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан саралар уҙғарылыуы менән аңлатыла. Ҡайһы бер тамашалар сентябрҙең 1-ендә лә була. Теркәлгәндәр тура яңы датаға күсә. Ҡатнашыуҙан баш тартыусыларҙың билет өсөн аҡсаһы кире ҡайтарыла, тип хәбәр итәләр ойоштороу комитетынан. Марафон 10-сы тапҡыр уҙғарыла. Үткән йылда унда 7 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.