Стәрлетамаҡты урап яңы юл һалына

Был турала Радий Хәбиров белдерҙе. "Халыҡ күптән юл төҙөүҙе  һораны, ул Ергәнгә тиклем һуҙыласаҡ", - тине Республика  Башлығы. Бындағы иҫке юл авария хәлендә. Радий Хәбиров әйтеүенсә,  юлды  бер йылда ғына һалып бөтөү мөмкин түгел, шулай ҙа был аҙнала төҙөлөшкә старт бирелергә тейеш.