Башҡортостанда еңеүсе спортсыларға аҡсалата приз суммалары үҙгәрҙе

Республика Башлығы Указы Олимпиада, Паралимпиада, донъя һәм европа чемпионаттары призерҙарына ҡағыла. Документҡа ярашлы, донъя беренселегендә еңеүсегә - 500 мең һум, Европа, Бөтә Рәсәй спартакиадаһы, БРИКС уйындары чемпиондарына - 250 мең, ил йыйылма командаһы составында Европа Кубогы, Бөтә донъя универсиадаһы һәм башҡа ярыштарҙа беренсе урын алыусыларға 150 мең һум түләнә. Указ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға  мөмкин.