Өфөлә химия сәнәғәте буйынса 7-се тапҡыр тармаҡ акселераторы үтте

Төрлө предприятие хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәренә тормошҡа ашырыла. Йылдың биш айы йомғаҡтары буйынса химия сәнәғәте продукцияһының дөйөм экспорт күләме 21,3 процентҡа тиң. Санкция һәм логистик ҡатмарлыҡтар арҡаһында ҡайһы бер ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, акселератор кеүек программалар күрһәткестәрҙе арттырырға булышлыҡ итә.

Уҡытыу барышында ойошмалар иҡтисади бәйләнештәрҙе арттырырға, тышҡы баҙарға сығырға өйрәнә. «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты 2030 йылға тиклем оҙайтылған. Ошо ваҡытҡа тиклем экспорт өлкәһендә эшләгән ойошмаларға ярҙам итеүесе саралар уйлап табыу планлаштырылған. Атап әйткәндә, «Сит ил инфраструктураһын булдырыу» федераль проектын индереү күҙалалана. Уға ярашлы, транспорт-логистика үҙәктәре, сәнәғәт парктары һәм порт инфраструктураһы төҙөлөшөнә ярҙам күрһәтелә. Объекттарҙы Ҡытай, Һиндостан, Төркиә, Иран, Әзербайжан, Үзбәкстан кеүек илдәрҙә төҙөү ҡаралған.

Аграрийҙар, сәнәғәтселәр, балалар уйынсыҡтары эшләүселәр, ашнаҡсылар булһынмы, быға тиклем төрлө өлкәләргә ҡараған ойошмаларҙы йыя торғайныҡ. Уларға күп тармаҡлы йүнәлештәр буйынса уҡытыуҙар ойошторолдо. Беҙ иһә киң булмаған профиль буйынса акселераторҙар үткәрәбеҙ. Был юлы беренсе тапҡыр химия сәнәғәте өлкәһендә эшләүселәрҙе бер майҙанға йыйҙыҡ. Был тармаҡта Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә.

Маргарита Болычева, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры