2025 йылға тиклем федераль субсидиялар һәм республика бюджетынан керемдәр менән 19 үҙәк булдырыласаҡ. Проект эш биреүселәрҙең ихтыяждарынан сығып белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләүгә булышлыҡ итәсәк. Компаниялар һәм предприятиелар белем биреү программаларын әҙерләүҙә лә әүҙем ҡатнашасаҡ. Республикала һөнәри белем биреү үҫеше хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Айҙан да кәмерәк ваҡыт үтеү менән ювелир һөнәрен һайлаған студенттар бында яңы техника ярҙамында изделиелар етештерә башлаясаҡ. Оҫтахана юғары технологиялы ҡоролмалар менән йыһазландырыласаҡ. Өфө художество-сәнәғәт колледжында ремонт 1969 йылдан алып үткәрелмәгән булған.»Профессионалитет» проекты ярҙамында уҡыу йорто тулыһынса яңыртыла.
Был беҙгә матди-техник базаны яҡшыртыу мөмкинлеге бирҙе. Эш биреүселәр, студенттар һәм уларҙың ата-әсәләре араһында беҙҙең колледжың абруйын күтәрә. Беҙҙә йәштәргә төплө белем һәм яҡшы тәрбиә бирә алыу мөмкинлеге киңәйҙе.
Проектҡа колледж быйыл ҡушылған.Әлеге ваҡытта белем усағында студенттар 12 йүнәлеш буйынса уҡырға ҡабул ителә: халыҡ кәсептәре, графика дизайны, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, ашнаҡсы-кондитер һәм башҡалар.
Капиталь ремонт быйыл июнь айында башланған. Эштең 70 проценты үтәлгән, иҫке тәҙрәләр алмаштырылған, өлөшләтә түшәм һәм иҙән япмалары һалынған, яңы санузелдар ҡуйылған. Белем көнөн колледж студенттары тулыһынса яңыртылған кабинеттарҙа һәм оҫтаханаларҙа ҡаршылаясаҡ.
Башҡортостанда сәнәғәт һәм социаль өлкә өсөн урта һөнәри белем биреү кадрҙарын әҙерләүгә айырым иғтибар бүленә.
Был йүнәлештәге мәсьәләләрҙең мөһимлеген иҫәпкә алып, Башҡортостан Башлығы етәкселегендә даими рәүештә урта һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырыштары үтә. Унда көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелә һәм уларҙы хәл итеү юлдары барлана.
Республикала белеме һәм һөнәри тәжрибәһе хеҙмәт баҙарында бер-нисә йылдан талап ителәсәк киләсәк белгестәрен әҙерләүгә айырыуса иғтибар бүленә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, йәштәрҙең кумиры - аҡса туҙҙырыусылар түгел, ә изгелек эшләй белгәндәр булырға тейеш.
Гүзәл Борханова