Өфөлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының профилле юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар таныҡлыҡ алды

Хеҙмәт таныҡлыҡтары тапшырылды. Өфөлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының профилле юғары уҡыу йорттарын тамамлаусы 11 лейтенант йүнәлтмә һәм таныҡлыҡ алды. Улар республиканың төрлө райондарындағы янғын һүндереү частарында хеҙмәт итәсәк. Тантаналы саранан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Яңы ғына эш башлап тороуына ҡарамаҫтан, уның күкрәгендә Ғәҙәттән тыш эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы булараҡ миҙал ялтырай. Награда 2022 йылда Мордовия республикаһындағы күләмле янғынды һүндереүҙә индергән өлөшө өсөн тапшырылған. Иванов янғын һүндереү-ҡотҡарыу академияһын тамамлаған Фирғәт Мөхәмәтйәнов Белорет районы Сермән ауылы егете. Эшкә лә йүнәлтмә буйынса ул тыуған яғына ебәрелә. Лейтенант ҡарауыл етәксеһе итеп тәғәйенләнгән.

Фирғәт Мөхәмәтйәнов кеүек тағы 10 лейтенант Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе ҡулынан хеҙмәт таныҫлыҡтары алды. Марат Латипов йәш коллегаларына уңыштар теләп, илгә, кешеләргә тоғро хеҙмәт итергә саҡырҙы. Егеттәрҙең һәр береһе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының профилле юғары уҡыу йорттарын тамамалаған. Улар республика райондарында төрлө вазифалараҙа хеҙмәт итәсәк.

Эшкә ни тиклем әҙер икәндәрен киләсәктә һәм бер йыл эсендә генә түгел, ә оҙайлы йылдар буйына баһалаясаҡбыҙ. Алған белемдәрен хәҙер улар ғәмәлдә ҡулланасаҡ, бәлки, беҙ ҙә уларҙан нимәлер өйрәнербеҙ. Әле алда уларҙы коллектив менән танышыу, командала эшләргә өйрәнеү көтә. Беҙ дәүләт һәм Ватан ҡуйған бурыстарҙы уңышлы үтәргә тейешбеҙ.

Марат Латипов, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе

Сара барышында хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған янғын һүндереүселәрҙең хәтер стелаһына сәскә һалынды, уларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Ҡулдарына таныҡлыҡ алыу - йәш ҡотҡарыусыларҙың яңы тормош этабына башланғыс һала. Йәш белгестәр уңыш һәм лайыҡлы хеҙмәт теләп эш урындарына оҙатылды.

Әлфинә Килдейәрова