Башҡортостан компаниялары “Йыл экспортеры” премияһы этабында иң яҡшылар иҫәбендә

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында республикала экспортерҙарға ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле системаһы төҙөлдө, – ти Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Экспорт эшмәкәрлеген популярлаштырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Уның  бер йүнәлеше булып Рәсәй экспорт үҙәге ойошторған “Йыл экспортеры” конкурсы тора. Башҡортостан эшҡыуарҙары был конкурста ҡатнаша һәм бөтә илгә үҙҙәрен таныта, брендтарының һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек өлкәһендәге компетенцияһының үҙенсәлеген күрһәтә ала. “Йыл экспортеры” конкурсының төбәк этабында 12 компания призлы урындар менән билдәләнгән.