Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, әле Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа 109 депутат бар. 2023 йылда һайланған Вилорий Угаров үҙ теләге менән вәкәлләттәрен һалды. Депутат урыны өсөн Өфөлә 54-се бер мандатлы округ буйынса өҫтәмә һайлау уҙғарыла. Тауыш биреү 6,7,8 сентябрҙә ойошторола.