Баш ҡала хакимиәте кикшеринг операторы менән яңы килешеү төҙөнө. Документ инфраструктура үҫеше, юл йөрөү хәрәкәте хәүефһеҙлеген профилактикалау проекттарын берлектә ашырыуға йүнәлтелгән. Уға ярашлы, электр самокаттар өсөн айырым урындарҙа тиҙлекте кәметеү, йәки тыйыу ҡаралған. Мәҫәлән, Ленин урамында һәм Октябрь проспектында хәрәкәт сикләнә, Затонда Әхмәтов урамында тиҙлекте 10 километрға тиклем кәметеү ҡарала.