Башҡорт балы Рәсәйҙә иң тәмлеһе тип танылды

Интернет ҡулланыусылар араһында фекер белешкәндәр. Уның һөҙөмтәләренә ярашлы, республикала етештерелгән бал иң күп тауыш йыйҙы. Икенсе-өсөнсө урындарҙа Краснодар крайы һәм Ҡырым республикаһында етештерелгән продукция урынлашҡан. Башҡортостанда солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүселәргә дәүләт яғынан ярҙам күрһәтелә. Башҡорт тоҡомло бал ҡорто, техника, кәрәк-яраҡ алыу өсөн субсидия бирелә. Ғаризалар Ауыл хужалығы министрлығында ҡабул ителә.