Республикала торлаҡ төҙөлөшө өсөн ҡулланырға мөмкин булған ер участкалары асыҡлана

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә торлаҡ төҙөлөшө өсөн ҡулланырға мөмкин булған ер участкалары асыҡлана. Дүрт йыл эсендә генә республикала 1700 участка табылған, уларҙың 422-һе торлаҡ төҙөлөшө өсөн бүленгән. Ҡалғандары асыҡ кадастр картаһына урынлаштырылған. Был турала Хөкүмәттең сираттағы оператив кәңәшмәһендә билдәләнде. Ултырышта «Төҙөлөш өсөн ер» һәм «Туризм өсөн ер» проекттарын тормошҡа ашырғанда Росреестрҙың власть органдары һәм урындағы үҙидаралыҡ менән хеҙмәттәшлеге ҡаралды. Төбәк етәксеһе профилле министрлыҡ һәм муниципалитеттарға был йүнәлештә эште әүҙемләштерергә ҡушты. «Ер эшләһен өсөн мөмкинлектәр тыуҙырырға кәрәк», - тине Радий Хәбиров.