Республикала йылғаларында йәнә һыу күтәрелә

Бындай күренештәр Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан Баҫыутамаҡ менән Асы ауылдарында, Ишембай һәм Салауат ҡалаһы эргәһенән аҡҡан Ағиҙел йылғаһында күҙәтелә. Быға Башҡортостанда дауам иткән ҡойма ямғырҙар сәбәпсе. Һыуһаҡлағыстарҙы күҙәтеү дауам итә, тип хәбәр итә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.