Баймаҡ районы Талҡаҫ күле буйында еңел атлетика буйынса ярыш үтте

Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән 20-нән ашыу кеше етеҙлектә, сыҙамлыҡҡа көс һынашты. Баймаҡ районы Талҡаҫ күле буйында еңел атлетика буйынса ярыш үтте. Район халҡын ғына түгел, күрше һәм сит төбәктәрҙә йәшәүселәрҙе ҡатнашҡан әтбиғәт ҡосағындағы марафон хаҡында киләһе яҙмала ҡарағыҙ.

Баймаҡтан ғына түгел Әбйәлил районынан Сибай, Магнитогорск ҡалаларынан алыҫ Сорғот тарафтарынан һауа торошона ҡарамай 13 йәштән алып 70 йәшкә тиклемге 20 -нән ашыу спортсы Талҡаҫ күле буйлап еңел атлетика буйынса ярышҡа килде. Марафонсылар араһында үҙен тәүге тапҡыр һынап ҡараусылар ҙа, бер нисә йыл рәттән ҡатнашыусылар ҙа бар. Күптәргә таныш булған йүгерек Алһыу Байегетова был юлы ла үҙенең йәш категорияһында алдынғылыҡты бирмәне.

Еңел атлетика сәләмәтлекте нығытыуҙан тыш бик күп таныштар ҙа булдырырға ярҙам итә. Сорғот ҡалаһынан килгән Артур Нәҙершин да бындай марафондарҙа ҡатнашырға ярата.Бер нисә йыл рәттән ялы тура килгәндә Талҡаҫ күле буйында үткән ярыштан ситтә ҡалмай.

Шәмбе көн Баймаҡта ,,Физкультурниктар көнө,, уңайынан бик күп спорт саралары ойошторолдо. Район спортсылары «Труд» стадионында футбол буйынса турнир волейбол , өҫтәл теннисы, шашка буйынса ярыштарҙа ҡатнашты..